Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2019, 16:31

Эй, Хоҙайым, тағы үлем... тағы вахтовиктар...

Бөгөн Сведловск өлкәһендә ҙур автомобиль фажиғәһе теркәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда Башҡортостандың өс кешеһе була.

Фото БР буйынса ЮХХДИ хеҙмәтенән.
Фото БР буйынса ЮХХДИ хеҙмәтенән.
Бөгөн иртәнге 8 сәғәттә Сведловск өлкәһендә ҙур автомобиль фажиғәһе теркәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда Башҡортостандың өс кешеһе һәләк була. Ирҙәрҙең вахта менән эшләп йөрөүе һәм ялға ҡайтып килеүе билдәле.
Төмән яғынан ҡайтып килгән яҡташтарыбыҙ “Рено Меган”да була. Автомобиль ниндәйҙер сәбәп менән ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “ДАФ” йөк машинаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә водитель һәм ике пассажир ваҡиға урынында йән бирә. Йөк машинаһы шоферы йәрәхәтләнмәгән.
Фажиғә урынында юл ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, аварияның сәбәптәре әле асыҡлана. Бәлки, водитель арыған йәки иғтибарын юғалтҡан булғандыр тигән фараздар бар. Ирҙәрҙең кемлеге лә әле асыҡланмаған.
Кем булһалар ҙа, ғаилә ағзаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ғаиләһен ҡарайым тип йөрөгән бит улар...
Читайте нас