Тәү ҡарауға әллә ни ҙур зыян кеүек күрелмәһә лә, градусник ватылһа, уны нисек йыйырға белмәй аптырап ҡалабыҙ. Белгестәр иң тәүҙә бүлмәнән бөтә кешене сығарырға, тәҙрәне асырға, ә ишекте ябырға кәңәш итә.
Былай иткәндә, терегөмөшлө һауа фатирҙа тарала алмаясаҡ. Шунан һыулы банкаға терегөмөш тамсыларын йыйып алыу өсөн әйбер әҙерләйбеҙ. Бының өсөн буяу бумалаһы һәм ҡағыҙ бите лә ярай. Бумала ярҙамында барлыҡ ваҡ тамсыларҙы ҡағыҙ битенә һалып, уны банкаға һалабыҙ. Үтә ваҡтарын скотч менән йыйып алырға ла була. Һуңынан әлеге әйберҙәрҙе терегөмөш янына һалып, банканың ҡапҡасын ныҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк.
Саң һурҙырғыс йәки һепертке менән терегөмөштө йыйырға ярамай, сөнки былай итһәң, йылы һауа һөҙөмтәһендә уның күберәк таралыуы, эсендә ҡалыуы ла ихтимал.