“Махсус комиссия октябрь башында ҡала буйлап рейд ойошторҙо. Ике көн эсендә, мәҫәлән, оҙаҡ ваҡыт ҡулланылмаған 113 автомобиль табылып теркәлгән. Шуларҙың иллеһенең хужалары табылған, машиналарын башҡа урынға күсереү кәрәклеге тураһында киҫәтеү алғандар. Бының өсөн 15 көн ваҡыт ҡаралған. Әгәр ҙә иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмаһалар, автомобилде икенсе тапҡыр фотоға төшөрөп, махсус туҡталҡаға алып китәсәкбеҙ. Унда өс ай тотҡас, протокол судҡа ебәрелә һәм автомобиль утилгә оҙатыла”.
Бына шундай ҡаты талаптар. Башҡаса мөмкин түгел, сөнки ҡайһы бер машиналар тиҫтә йылдар буйы, һуңғы детале таралғансы йорт алдарын йәмһеҙләп ултыра. Ә бындай хужаһыҙ техника һәр йорт алдында тиерлек бар.