Йәмғиәт
17 Октября 2019, 15:02

Кеше машинаһын урлап... ҡыҙы янына ашыҡҡан

Был көндө улар икәүләп иҫерткес эсемлектәр эсәләр. Танышы йоҡларға ятҡас...

Фото: v-kurse.ruФото: v-kurse.ru
Фото: v-kurse.ru
Өфөнөң ЮХХДИ инспекторҙары “Mitsubishi Outlender” автомобилен туҡтатҡас, руль артындағы 21 йәшлек водитель иҫерек булып сыға. Тикшереү ваҡытында инспекторҙар машинаның Асҡын районынан урланыуын асыҡлай.


Асыҡланыуынса, 21 йәшлек егет Асҡын районының Күбеяҙ ауылында бер өйҙә 45 йәшлек дуҫы менән йәшәй һәм бергә эшләгән булалар. Был көндө икәүләп иҫерткес эсемлектәр эсәләр. Танышы йоҡларға ятҡас, һиҙҙермәй генә уның автомобиль асҡысын урлай һәм... баш ҡалаға һыпырта. Унда егетте ҡыҙы һағынып көткән була.


Егет, әлбиттә, ғәйебен таныған. Әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре урланған машинаны хужаһына ҡайтарған. Иҫерек егет рулгә ултырыр алдынан авария-фәләнгә осрармын тип уйламанымы икән?
Читайте нас