Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2019, 16:04

Маңлайға маңлай бәрелеш эҙемтәһеҙ үтмәй...

Еңел автомобиль руле артындағы 39 йәшлек Өфө кешеһе “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе...

Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Кисә Өфө районында, Мәскәү – Өфө трассаһында, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Маңлайға маңлай “Datsun on-DO” менән бортлы “ГАЗель” бәрелешә.


Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңел автомобиль руле артындағы 39 йәшлек Өфө кешеһе “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе һәләк була. “ГАЗель”дең 31 йәшлек водителе йәрәхәтләнмәй. Инспекторҙар аварияның сәбәптәрен асыҡлай.
Кисә республика юлдарында 17 авария булып, уларҙа бер кеше һәләк була һәм 18-е төрлө тән йәрәхәттәре ала.
Читайте нас