Йәмғиәт
17 Октября 2019, 11:18

Миллиондарҙы һалып алып... ҡасҡандар

Ә бит ҡайһы берәүҙәр йорт-мөлкәтле булыр өсөн ипотекаға ингән булған...

Фото: bash.newsФото: bash.news
Фото: bash.news
Өфөнөң “Башстройуниверсал” компанияһын 60 кешене алдауҙа ғәйепләйҙәр.
Фирманың генераль директоры, уның урынбаҫары һәм баш инженер миллиондар менән эҙһеҙ юҡ булған.
Компания йорттар, дачалар, мунсалар төҙөү менән шөғөлләнгән. Фирма клиенттарының аферистар тоҙағына эләгеүен хеҙмәт хаҡы ала алмаған ябай хеҙмәткәрҙәр хәбәр иткән.
Улар иртә менән эшкә килеүгә офиста клининг компанияһы эшләгән, ә видеокүҙәтеү камераларындағы яҙмалар таҙартылған, хатта алтаҡта ла юҡҡа сыҡҡан.

Алданыусылар араһында ипотекаға инеүселәр ҙә бар икән.
Етәкселек юҡҡа сығыр алдынан офисҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкиле килгән. Аҙаҡ билдәһеҙ кешеләр килеп янаған. Һәм компания етәкселеге аҡсаларҙы алып ҡасҡан.
Читайте нас