92 йәшлек Рухылбаян Фәхретдиновты эҙләйҙәр. Ул 16 октябрҙә урамға эте менән йөрөргә сыға һәм әйләнеп ҡайтмай. Был турала туғандары хәбәр итә. Пенсионерҙы полиция эҙләй, уларға ирекмәндәр ҡушылған.
Бабайҙың билдәләре: буйы 160 сантиметр тирәһе, уртаса кәүҙәле, аҡ сәсле, асыҡ һоро күҙле.
Өҫтөндә – һоро пуховик, ҡара ботинка, ҡара салбар.Үҙе менән таяғы ла бар.
Күреүселәр булһа, полицияға (02) һәм ирекмәндәргә (89173811699) шылтыратыуығыҙ һорала.