Ҡайһы саҡта ашты төрләндереп ебәрге килә, сөнки, ғәҙәттә, беҙ үҙебеҙ күнеккән, ҡул аҫтында булған аҙыҡ-түлектән ризыҡ әҙерләйбеҙ. Бер төрлөлөк бәғзе саҡта ялҡытып та китә. Был осраҡта салаттар ғаилә менюһын байытып ебәреүе ихтимал.
Ҡайһы ваҡыт ҡәҙимге аҙыҡтарҙың үҙ-ара ҡушылыуы һеҙ бөтөнләй көтмәгән ыңғай һөҙөмтә биреүе лә ихтимал. Бөгөн иһә һеҙгә еп-еңел, эшләр өсөн биш минут ваҡыт талап иткән салат рецептарын тәҡдим итәбеҙ. Фотоны һаҡлап ҡуйығыҙ!