Тәфтиш органдары Бүздәк районындағы ветеринария учреждениеһы начальнигының вазифауи вәкәләттәрен арттырыуын асыҡлаған. Ул законһыҙ рәүештә, санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәмәйенсә, мал һуйыу эшмәкәрлеген ойошторған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлауынса, 41 йәшлек ветеринар эште былай ҡуйған. Районда йәшәүсе мал хужалары ветеринар учреждениеға мөрәжәғәт иткән, улар артабан малын һуйып, итте һатыуға сығарырға планлаштырған. Тауарҙы һатыу өсөн заказсылар ветеринар учреждениеның 58 йәшлек бүлек мөдиренә аҡса түләгән, ул, үҙ сиратында мал сертификациялы майҙанда һуйылды тигән электрон документ әҙерләп биргән.
Унан һуң мал һәм аҡса 41 йәшлек учреждение начальнигына күскән. Уҙаман итте күмәртәп һатып алыусыларҙы яллаған, улар, ҡануниәттән ситләшеп, малды етәксенең шәхси ихатаһына барып һуйған һәм тейәп алып та киткән.
Тикшереү эштәре дауам итә, енәйәт эше ҡуҙғатылған.