Йәмғиәт
17 Октября 2019, 20:47

66 йыл төрмәлә "ял итәсәктәр”...

Башҡортостандың дүрт кешеһен шәхси эшҡыуарҙы үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Заказлы характерҙағы үлтерештә ғәйепләнеүселәр бөтәһе бергә 66 йылға тиклем төрмәгә ябыласаҡ.

Фото: zen.yandex.ruФото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Башҡортостандың дүрт кешеһен шәхси эшҡыуарҙы үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Заказлы характерҙағы үлтерештә ғәйепләнеүселәр бөтәһе бергә 66 йылға тиклем төрмәгә ябыласаҡ.
Үлгән эшҡыуарҙың бер миллион һум бурысы була, ошо бурысын ҡапламағаны өсөн ул ғүмере менән хушлаша ла инде.
Аяныслы ваҡиға 2016 йылдың декабрендә башлана. Башҡортостан эшҡыуарҙарының береһе ул ваҡытта төҙөлөш бизнесы менән шөғөлләнгән була. Эшмәкәрлеге әллә ни яҡшы табыш бирмәй, уның "Химпромстрой" йәмғиәте етәксеһенә бер миллиондан ашыу бурысы йыйылып китә. Йүнсел бурысынан тиҙерәк ҡотолоу өсөн кредиторҙы үлтерергә ҡарар итә. Ул яуыз уйын тормошҡа ашырыу маҡсатында бер махсус кешене яллай, ә тегенеһе үҙ сиратында тағы ла ике кешене йәлеп итә. Ялланыусылар кредиторҙы һәм уның ғаиләһе ағзаларын бер нисә көн йәшерен күҙәтә.
2017 йылдың ғинуарында инде яуыз ниәтле ирҙәр уйланған ҡырын эштәрен тормошҡа ашырырға була. Ғинуар айының бер көнөндә улар Ишембай районының Үрнәк ауылында йәшәгән йәмғиәт етәксеһе йортона баҫып инә. Йорт хужаһын һәм уның ҡатынын сөй һурғыс һәм сүкес менән ныҡ итеп туҡмайҙар. Ғәйепләнеүселәр йорт эсен аҫтын өҫкә килтереп нимәлер эҙләгән булып, йәнәһе, уғрылар булған, кеҫәһенән 750 һум аҡсаһын алып, енәйәт урынын ҡалдыра. Иртән зыян күреүселәрҙең улы атай-әсәһе менән бәйләнешкә сыға алмағас, күршеләренең телефон һандарын йыйып, йортто тикшереүҙе үтенә.
Ваҡиға урынына килеп еткән медиктар ҡатынды ғына ҡотҡарып алып ҡала, әммә ул 3-сө төркөм инвалиды булып ҡала. Йорт хужаһы ауыр тән йәрәхәттәренән вафат була. Һуңынан асыҡланыуынса, енәйәт башҡарыусы ир заказсынан 700 мең һум күләмендә аҡса ала, ә ҡуштандарына 100-әр мең һум таратып бирә.
Әлбиттә, енәйәтселәрҙе асыҡлау һәм тикшереү оҙаҡҡа һуҙыла, әммә енәйәтселәр үҙ язаһын ала.
Заказсы 19, башҡарыусы 24, ә ҡуштандары 18 һәм 5 йылға хөкөм ителә.
Читайте нас