Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 19:00

Балдаҡтарығыҙ бысрандымы?

Ювелир әйберҙәрегеҙ ялтырап торһон тиһәгеҙ, түбәндәге ысул менән таҙартып алығыҙ.

Хозобзор
Хозобзор
Ювелир әйберҙәрегеҙ ялтырап торһон тиһәгеҙ, түбәндәге ысул менән таҙартып алығыҙ.
Бының өсөн берәр аш ҡалағы тоҙ, сода, һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса, бер стакан һыу һәм алюмин фольга киҫәге кәрәк буласаҡ.
Һыуҙы эҫетеп алабыҙ ҙа төбөнә фольга йәйелгән ҙур булмаған һауытҡа ҡоябыҙ. Тоҙ, сода һәм шыйыҡса ҡушып, биҙәүестәрҙе 5 – 10 минутҡа шунда һалып торабыҙ.
Аҙаҡтан һыуыҡ һыу менән йыуып, йомшаҡ сепрәк менән һөртөп ялтыратабыҙ. Яратып таҡҡан алҡа-йөҙөктәрегеҙ бөгөн алған кеүек булып китер!
Читайте нас: