Йәмғиәт
18 Октября 2019, 17:21

Беҙҙең миллионерҙарҙы йәмәғәт транспортында күргәнегеҙ бармы?

Ҡаҙаҡтарҙың иң бай кешеләренең береһе Ҡайрат Ҡудайберген ни өсөн йәмәғәт транспортында йөрөй?

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Юҡтыр. Ә бына күргегеҙ килһә, Ҡаҙағстанға барығыҙ. Унда илдең иң бай кешеләренең береһе Ҡайрат Ҡудайбергенды автобуста осратырға була.


Уны автобуста күреүселәр иҫе китеп был хаҡта социаль селтәрҙә хәбәр итә. Бер журналист шылтыратып, хатта үҙе белешкән.


"Эйе, был мин инем. Ерҙән айырылмаҫ һәм кешеләрҙе ниндәй мәсьәләләр борсоғанын белер өсөн аҙнаһына бер тапҡыр йәмәғәт транспортында йөрөйөм. Был алым үҙеңдең үткәнеңде онотмау һәм киләсәкте хөрмәт итеү өсөн файҙалы", - тип аңлата миллионер.


Ҡайрат Ҡудайберген ябай ауыл малайынан уңышлы эшҡыуарға әйләнә. "Q3 Worldwide" холдингына нигеҙ һалыусы. Ул бағыусылыҡ менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләгә фатир бүләк итә, ауырыу балаларға дауаланыуға аҡса бүлә, мәсет төҙөй, яңыраҡ Алматы зоопаркының бурысын ҡаплаған.
Читайте нас