Йәмғиәт
18 Октября 2019, 10:45

Бизнес-онлайн “тәҙрә” уңайлы

Әлифә Хөснийәрова, ошо турала ишеткәс, тантаналы ваҡиғаны үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн йүгереп тигәндәй килеп еткән. Уға был көндө беренселәрҙән булып хеҙмәт күрһәтелде.

“Ашҡаҙар” гәзите.“Ашҡаҙар” гәзите.
“Ашҡаҙар” гәзите.
Республикабыҙҙың ҡала-райондарында бер-бер артлы Күп функциялы үҙәктәрҙең (МФЦ) бүлексәләре асылыуы тураһында мәғлүмәтте даими биреп барабыҙ. Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла бүлексә эшләй башланы.
– Граждандарға һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырыу – хакимиәт етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, – тип һөйләй Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов. – Ғөмүмән, ҡала күҙгә күренеп үҙгәрә, күркәмләнә, әлеге бина ла эргә-тирәгә йәм һәм матурлыҡ өҫтәй.
Әлифә Хөснийәрова, ошо турала ишеткәс, тантаналы ваҡиғаны үҙ күҙҙәре менән күреү өсөн йүгереп тигәндәй килеп еткән. Уға был көндө беренселәрҙән булып хеҙмәт күрһәтелде.
Бында 42 белгес хеҙмәт күрһәтә. 29 “ҡабул итеү тәҙрә”һе эшләй, шул иҫәптән, ике бизнес-онлайн “тәҙрә”.
Читайте нас