Йәмғиәт
17 Октября 2019, 20:56

Нурия Абдуллинаның анализдары билдәле

Яратҡан йырсыбыҙ, композитор, алып барыусы Нурия Абдуллинаның ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһына барып ҡайтҡаны хаҡында хәбәр иткәйнек.

Фото йырсының сәхифәһенән.Фото йырсының сәхифәһенән.
Фото йырсының сәхифәһенән.
Яратҡан йырсыбыҙ, композитор, алып барыусы Нурия Абдуллинаның ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһына барып ҡайтҡаны хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
"Анализдарҙың ҡайһы берҙәрен почта аша ебәрҙеләр, тағы берәүһен көтәбеҙ һәм бөтәһе билдәле буласаҡ", – тигәйне ул "Бәйләнештә"ге төркөмөндә.
Бына бөгөн Нурия апай үҙенең ҡыуанысын белдерә. "Анализдар килде. Тормошта шатланып йәшәргә урын бар. Ремиссия дауам итә", – ти яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Бындай шатлыҡлы хәбәргә йырсы үҙе генә түгел, бөтә халыҡ ҡыуана. Улар Нурия Абдуллинаға изге теләктәрен юллаған.
Беҙ ҙә матур хәбәр өсөн сикһеҙ шатландыҡ. Алла бойорһа, һауығып, шатланып йәшәргә яҙһын!
Читайте нас