Йәмғиәт
18 Октября 2019, 15:41

Өс бала етем ҡалды...

Шаһиттар белдереүенсә, ир ҡыйыҡтың хәүефле урынында ныҡлы тотоноп тора алмаған...

Фото: agtheweb.comФото: agtheweb.com
Фото: agtheweb.com
Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында аяныслы ваҡиға теркәлде. 53 йәшлек ир йорт түбәһендә эшләп йөрөгән мәлдә ергә ҡолап төшә һәм фажиғәле һәләк була. Ваҡиға кешеләрҙең күҙ алдында була.


Шаһиттар белдереүенсә, ир түбәнең хәүефле урынында ныҡлы тотоноп тора алмаған һәм яңылыш ысҡынып төшөп киткән. Шаһиттар, әлбиттә, тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Медиктар тәүге ярҙам күрһәтә һәм ирҙе дауаханаға реанимацияға алып китә. Тик, үкенескә ҡаршы, 53 йәшлек ир ауыр тән йәрәхәттәренән дауаханала йән бирә.


Асыҡланыуынса, уның өс балаһы булған, шулай уҡ ирҙең ялланып эшләүе лә билдәле. Аяныслы хәл буйынса тикшереү эше башланған. Туғандарының, ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас