Йәмғиәт
18 Октября 2019, 17:51

Скрипкасы 11 килограмға ябыҡҡан

Башҡорт милли музыкаһына иғтибар йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған Рөстәм Сөләймәновтың хәле нисек?

Фото: АиФ.Фото: АиФ.
Фото: АиФ.
Башҡорт милли музыкаһына иғтибар йәлеп итеү маҡсатында Рөстәм Сөләймәнов быяла тирмәлә ашамайынса бер аҙна буйы скрипкала уйнаны.


Музыка ҡоралында ул көнөнә 19-шар сәғәт уйнаған. Был ваҡыт эсендә ашамаған, бары тик һыу эскән, шунда уҡ урынлаштырылған матрасҡа ятып йоҡлаған.


Асығыуы эҙһеҙ үтмәгән: музыкант 11 килограмм тән ауырлығын юғалтҡан. Шулай ҙа ул, хәлем яҡшы, әле кишер һуты эсәм, иртәгә алма диетаһы тотасаҡмын, тип һөйләгән журналистарға.
Читайте нас