Йәмғиәт
18 Октября 2019, 08:42

“Торатау” этнофорумына әҙерлек башланды

Башҡортостан Республикаһында Волга буйы федераль округында милли-мәҙәни берекмәләр, дини ойошмалар, фән һәм белем биреү, дәүләт һәм муниципаль власть органдары өсөн этноконфессиональ мөнәсәбәттәрҙең дәүләт-йәмәғәт партнерлығы өлкәһендәге уңышлы ғәмәлдәрен тормошҡа ашырыу өсөн “Торатау” даими эшләгән интеграция майҙансығы булдырырға планлаштырыла.

Башҡортостан Республикаһында Волга буйы федераль округында милли-мәҙәни берекмәләр, дини ойошмалар, фән һәм белем биреү, дәүләт һәм муниципаль власть органдары өсөн этноконфессиональ мөнәсәбәттәрҙең дәүләт-йәмәғәт партнерлығы өлкәһендәге уңышлы ғәмәлдәрен тормошҡа ашырыу өсөн “Торатау” даими эшләгән интеграция майҙансығы булдырырға планлаштырыла.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының әлеге проекты Рәсәй Президенты грантын алған. Әҙерлек этабында Волга буйы федераль округының йәмәғәтселек, фән, белем биреү һәм власть вәкилдәре менән осрашыуҙар үтәсәк. Унда милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа дәүләт-йәмәғәтселек партнерлығы торошо, ҡатнашыусыларҙың ролен баһалау һәм иң мөһим сараға әҙерлек мәсьәләләре ҡараласаҡ. “Торатау-2020” этнофорумы 2020 йылдың 17-20 июнендә Өфөлә үтәсәк.
Этнофорум фәнни-ғәмәли, эшлекле һәм презентация сараларын берләштерәсәк. Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында фән һәм белем биреү вәкилдәре, шул иҫәптән студенттар, йәш ғалимдар һәм педагогтар полимәҙәни төбәк шарттарында этноконфессиональ мөнәсәбәттәр проблемаларын хәл итеүҙә социаль партнерлыҡтың ғилми һәм белем биреү проекттары менән таныша һәм өйрәнә аласаҡ. Эшлекле саралар формаһы һәм эстәлеге буйынса төрлө буласаҡ: кейстар, бәхәс ҡороу, оҫталыҡ дәрестәре, эшлекле иртәнге аш, оҫтаханалар, форсайт-сессия, генерализатор. Презентация майҙансыҡтарында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, халыҡтарҙың телдәрен, мәҙәниәттәрен һәм йолаларын, халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереүҙең иң яҡшы өлгөләре күрһәтеләсәк.
Интеграция майҙансығы гражданлыҡ йәмғиәте һәм власть вәкилдәренә, шул иҫәптән йәштәр секторына дәүләт-йәмәғәтселек партнерлығында этноконфессиональ күп яҡлылыҡты нығытыу өсөн социаль, ғилми, координация өлкәләрендәге яҡшы ғәмәлдәр менән танышыу һәм үҙләштереү мөмкинлеген бирәсәк.
Проекттың исем туйы быйыл 25 мартта Халыҡ-ара Рәсәйҙең төп халыҡтары теле йылына арналған “Башҡортостан халыҡтарының телдәре һәм мәҙәниәте – Республиканың милли байлығы” форумында булғайны. Проект Рәсәй Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтары советы тарафынан хупланды.
Читайте нас