Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 07:45

Юғары сифат һәм теүәллек – уңыш нигеҙе

Юлдар – тормош көҙгөһө, тиҙәр, сөнки уларҙың торошо төбәктең социаль-иҡтисади кимәлен сағылдыра. Беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа юл төҙөлөшөнә етди иғтибар йүнәлтелә. Тармаҡты үҫтереүгә Өфө юл төҙөлөш-ремонт идаралығы лайыҡлы өлөш индерә. Ул “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтендә иң ҙур һәм алдынғы идаралыҡтарҙың береһе һанала.

Юлдар – тормош көҙгөһө, тиҙәр, сөнки уларҙың торошо төбәктең социаль-иҡтисади кимәлен сағылдыра. Беҙҙең республикала һуңғы йылдарҙа юл төҙөлөшөнә етди иғтибар йүнәлтелә. Тармаҡты үҫтереүгә Өфө юл төҙөлөш-ремонт идаралығы лайыҡлы өлөш индерә. Ул “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтендә иң ҙур һәм алдынғы идаралыҡтарҙың береһе һанала.


Беҙҙең коллектив эшмәкәрлеге менән танышыуыбыҙ айырыуса ҡыҙыу эш мәленә тура килде. Идаралыҡ Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлы төҙөлөшөндә Ҡариҙел йылғаһы аша күпер менән Ҡариҙел ауылын урап үтеү юлын төҙөүҙә генераль подрядсы булараҡ эш башҡара. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең 95 йыллығына бағышланған был мөһим объектты Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә файҙаланыуға тапшырырға ҡарар иткәндәр һәм һүҙҙәрендә торғандар.
Был яуаплы биләмәлә эш 2016 йылда башланған. Федераль әһәмиәтле трасса төҙөлөшөндә генераль подрядсы итеп Өфө идаралығын билдәләгәндә, тәү сиратта, коллективтың иң ҡатмарлы бурыстарҙы ла башҡарып сығырға һәләтле булыуы, заманса технологиялар ҡулланыуҙа әүҙемлеге, юғары етештереү һәм техник ҡеүәте иҫәпкә алына. Идаралыҡ нәҡ ошондай мөмкинлектәргә эйә.
– Беҙ коллективҡа йөкмәтелгән һәр заказды сираттағы оҫталыҡҡа имтихан булараҡ ҡабул итәбеҙ. Әлеге осраҡта икеләтә яуаплылыҡ тойоп эшләнек, сөнки федераль юл тотош илдең социаль-иҡтисади мәнфәғәт­тәренә хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта республиканың йөҙөн билдәләй. Төҙөлөш графигын теүәл үтәүгә, эш сифатына айырыуса етди иғтибар йүнәлтелә, – тип һөйләй идаралыҡ начальнигы Алик Сабитов.
Предприятие үҙ эшмәкәрлегендә инновациялы технологияларҙы файҙаланып ота. Әлеге объект быға миҫал булып тора. Яңы юлға ПБВ-90 ҡатнашмалы ташлы-мастикалы асфальт-бетон түшәлгән. Ул заманса юғары талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә. Идаралыҡ төҙөгән юлдың оҙонлоғо – ун километр самаһы. Бындағы ҡатлаулы ер рельефын ҙур оҫталыҡ менән үткәндәр. Бер үк ваҡытта Ҡариҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе, ундағы йәйәүлеләр юлын эшләгәндәр. Айырым эш төрҙәрен башҡарырға, субподрядсы булараҡ, тармаҡтағы бер нисә филиалды йәлеп иткәндәр.
Ғөмүмән, идаралыҡ коллекти­вы­ның ғорурланырлыҡ эш күрһәткес­тәре бар. Уларҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек. Затон биҫтәһе аша баш ҡаланы төньяҡтан урап үткән трассала туғыҙ километр юл төҙөгәндәр. Өфө урамдарын төҙөк­ләндереүгә ҙур өлөш индерәләр. Әй, Р. Зорге, Б. Бикбай, Ю. Гагарин урамдарын, быйыл Сипайлово урамын ремонтлағандар.
Һуңғыһында ремонт эштәре иң яңы – “Ресайклинг” алымы буйынса башҡарылған. Был яңылыҡ “Башкиравтодор” тармағында тәү башлап Өфө юл төҙөлөш-ремонт идаралығында отошло ҡулланыла. Бындай юлдар юғары эксплуатациялау үҙенсәле­генә эйә. Шулай уҡ Ағиҙел ярын нығытыуҙа ҡатнашҡандар. Хәҙер инде улар төҙөгән тротуарҙарҙа рәхәтләнеп йөрөргә була. Республика буйынса юлдарға билдәләр һалыуҙы ла уларға йөкмәткәндәр.
Заказдарҙы ваҡытында һәм юғары сифатлы итеп башҡарыу матди-техник базаның ныҡлығына һәм коллективтың һөнәри әҙерлегенә бәйле. Предприятиеның үҙ асфальт-бетон заводы һәм лабораторияһы бар. Техника паркы ҡеүәтле, һәм ул йылдан-йыл заманса технология­ларға ҡоролғандары иҫәбенә тулылана.
Коллективта 234 кеше иҫәпләнә. Бында эш яратҡан тырыш йәштәр тартыла. Уларға белемен камиллаш­тырырға, һөнәри яҡтан үҫергә мөмкинлектәр тыуҙырыла. Мәҫәлән, шофер Дамир Хоҙайбирҙин, юл эшселәре Ольга Данилова, Руслан Байматов һәм Марат Хәкимов, төрлө уҡыу йорттарында белем алып, хәҙер мастер булып эшләй. Ә мастер Айнур Кашапов баш инженер итеп үрләтелгән. Йәштәргә хәстәрлекле ҡараш шуның менән дә аңлаты­лалыр – идаралыҡ начальнигы Алик Миҙхәт улы үҙе лә йәш етәксе. Ул, автотранспорт колледжын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын ябай юл эшсеһе булып башлай. Бер үк ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Мастер, инженер баҫҡыстарын үтеп, предприятие етәксеһе дәрәжәһенә күтәрелә. Тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт юлы әлеге коллектив менән бәйле. “Эште бөтә нескәлектәренә тиклем белгән, йәш булһа ла юғары ойоштороу оҫталығына эйә заман етәксеһе”, – ти хеҙмәттәштәре Алик Сабитов хаҡында.
Коллективтың йәнә бер күркәм сифаты – бында быуындар бәйлә­неше һаҡлана. Мәҫәлән, тиҫтәләрсә йыл ғүмерен юл хеҙмәтенә арнаған производство бүлеге етәксеһе Елена Ульянич, механик Флүз Дәүләтов, асфальт-бетон заводы етәксеһе Марат Үләмәев кеүек тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр йәштәргә үрнәк булып тора.
Заманса төҙөк, ҡараулы юлдар – юғары тормош кимәле, беҙҙең именлек күрһәткесе. Идаралыҡ үҙ ҡарамағындағы 336 километр оҙонлоғондағы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы йыл әйләнәһенә ремонтлай, туҡталыш­тарҙы төҙөкләндерә, йәғни бар яҡлап та юлсыларҙың ышанысын аҡлай.
– Беҙ “Башкиравтодор” йәмғиә­тенең ярҙамын һәм теләктәшлеген тоябыҙ, шуға эштәребеҙ ырамлы бара. Һөнәри байрамыбыҙҙы күтә­ренке күңел менән ҡаршылайбыҙ, – ти Алик Сабитов.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас