Йәмғиәт
19 Октября 2019, 08:39

Бер үк тырмаға баҫҡан

Ошо эшмәкәрлеге өсөн ҡатынға бер тапҡыр яуап бирергә тура килгән. Әммә еңел табыш алырға өйрәнгән ханым, күрәһеҙ, һабаҡ алмаған, законһыҙ кәсебен дауам иткән.

Фотолар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан.Фотолар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан.
Фотолар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан.
Берҙе язаһын алғас, кире шул уҡ ҡылыҡҡа тотонорға мөмкинме? Алмаһа алмай икән һабаҡ бәғзе кеше.
Илеш районы полицейскийҙары Ишҡар ауылындағы аҙыҡ-түлек магазинында законһыҙ рәүештә алкоголле продукция менән сауҙа итеү осрағын теркәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был беренсе осраҡ түгел: 50 йәшлек һатыусыға быйыл июлдә ошо эшмәкәрлеге өсөн бер тапҡыр яуап бирергә тура килгән, әммә еңел табыш алырға өйрәнгән ҡатын, күрәһеҙ, һабаҡ алмаған, законһыҙ кәсебен дауам иткән.
Алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеүгә магазиндың лицензияһы булмаған. Тикшереү ваҡытында унда 0,5 литрлыҡ 16 бутылка араҡы табылған. Һатыусыға ҡаршы тағы ла административ эш ҡуҙғатылған.
Читайте нас