Йәмғиәт
19 Октября 2019, 08:32

“Мин блатной!”

Бынан бер нисә йыл элек инәйем төпкөл ауылдан Өфөгә дауаханаға килде. Уға ярҙам булһын тип, мин дә бергә дауаханаға барҙым...

Фото: vestnikk.ruФото: vestnikk.ru
Фото: vestnikk.ru
Бынан бер нисә йыл элек инәйем төпкөл ауылдан Өфөгә дауаханаға килде. Уға ярҙам булһын тип, мин дә бергә дауаханаға барҙым.
Юлланма буйынса килһә лә, неврологҡа эләгә алманы. Сиратҡа ҡуйһалар, тағы ла килергә тура киләсәк, шуға ла ул юл йөрөп мәшәҡәтләнмәҫ өсөн, түләп үтергә булды.

Түләгәс, икенсе ҡатҡа күтәрелдек, ә унда һыу буйындай сират. Бер аҙ көтөп ултыра биргәс, инәйҙең түҙемлеге бөттө, тороп йөрөй башланы. "Мин бит түләнем, ниңә сират көтөргә тейешмен?!" – тип борсола. – Ҡана, барып һорашып киләйем, улар ҙа түләүлеме икән", – тип китте унан.
Ишек төбөндә ултырған ир янына барып: "Һин блатноймы?" – тип бер нисә ҡат һораны. Теге асыуланып: "Юҡ минең бер блатым да!" – тигәс, инәй: "Ә мин блатной!" – тине лә инеп китте.
Шунан теге ағайҙың инәйҙең акцент менән "платный" урынына "блатной" тип әйтеүен аңламауына, инәйҙең үҙенең дөрөҫ һөйләшмәүенә төшөнөп, күмәкләшеп көлә башланыҡ...
Читайте нас