Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2019, 17:11

Ҡорбандар һаны 15-кә еткән...

Красноярск крайында дамба йырылыу сәбәпле килеп сыҡҡан фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Красноярск крайында дамба йырылыу сәбәпле килеп сыҡҡан фажиғәлә ҡорбандар һаны 15-кә еткән, һәммәһе 44 кеше зыян күргән, шуларҙың өсәүһенең хәле бик ауыр, тип хәбәр итәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Вертолетҡа ергә ултырыу өсөн мөмкинлек булмау сәбәпле, зыян күргәндәрҙе фажиғә урынынан 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Курагин дауаханаһына “Ашығыс ярҙам” автомобилдәрендә ташыйҙар. Медиктарға ярҙамға санавиацияның махсус борты йүнәлтелгән.
Фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәү тикшереүҙәр дамбаның ҙур етешһеҙлектәр менән төҙөлгәне тураһында һөйләй.
Читайте нас