Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигән әйтем раҫҡа килә яҙҙы. Әле генә шаурма ашап ағыуланыу ваҡиғаһынан бер аҙ тынысланғайныҡ, йәнә икенсеһе...
Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына эсе ауыртып ете кеше мөрәжәғәт иткән. Ағыуланырлыҡ нимә ашаны икән был студенттар?
Ауырыуҙарҙың барыһы ла Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында уҡый. Был хәл хаҡында “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радио тапшырыуҙар компанияһы хәбәр итте.
Асыҡланыуынса, бөтәһе лә колледждың ашханаһында туҡланған. Күҙәтеү органдары ваҡиғаны контролгә алған, ауырыуҙарҙың үҙҙәрен нисек тойоуы тураһында хәбәр юҡ. Йәштәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләйек.