Красноярск крайының Щеткино ҡасабаһы эргәһендә дамба йырылыу сәбәпле ун кеше һәләк булған, медицина ярҙамы һорап 19 кеше мөрәжәғәт иткән, йәнә 15-енең яҙмышы билдәһеҙ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алтын табыу артеленең технологик һыу ятҡылығы Мәскәү ваҡыты менән 02.00 сәғәттә емерелә. Бәлә сәбәпле ике эшселәр ятағы һыу аҫтында ҡала.
Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү маҡсатында Хөкүмәт комиссияһының видеоконференция рәүешендә сираттан тыш ултырышы ойошторолдо. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан тикшереү эштәре бара.