Күгәрсен районының Һәйетҡол ауылынан Әлфиә исемле ҡатын суд аша Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының кәүҙәһен ҡәберлектән ҡаҙып алыуҙы һорай. Йәнәһе, уның туғандарына яҡын урынлашыуын оҡшатмай.
Әлбиттә, ҡыҙғаныс хәл, әммә ҡатын прокуратураға ғариза яҙып һалған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ветеран ерләнгән урын, имеш, уларҙың нәҫеленеке, был урында Әлфиәнең атаһы менән әсәһе, бынан тыш, бала саҡта уҡ аварияла вафат булған ике туғаны ерләнгән икән. Ҡатын ветеран кәүҙәһенең бында ятырға хоҡуғы юҡ тип белдергән. Бынан тыш, Әлфиә ханым ветеран ерләнгән урынды әсәһе ҡыҙына васыят итеп ҡалдырған урын тип асыҡлыҡ та индергән. "Сит" кеше был урында ятырға тейеш түгел тип тә өҫтәгән...
Ханым тағы ла, ветерандың ҡатыны Наҡыя законһыҙ рәүештә был урынды баҫып алған, тигән, шуға ла ул тол ҡатындан 100 мең һум күләмендә аҡса талап итеүен дә хәбәр иткән. Ветерандың ҡатыны Наҡыя иренең 2016 йылда вафат булыуын билдәләп, уның был урынды алдан уҡ үҙе һайлағанын белдерә. Кәүҙәне ҡабаттан ҡаҙып алыу беҙҙең йолаға тап килмәй, мәрхүмдең рухын кәмһетәсәк, тип илай икән тол ҡатын.
Новопетровск ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хөсәйен Аллабирҙин белдереүенсә, зыяраттағы бер генә урын да Әлфиәгә ҡарамай, ә уның нәҫел урыны тип әйтеүенә етәксе: "Мосолмандар элек-электән ғаилә туғандарын, яҡындарын бер урынғараҡ ерләргә өйрәнгән, шуға ла Әлфиәнең бер генә урынға ла хужалығы юҡ", – тип белдергән. Адвокаттар ҙа, зыярат муниципалитетҡа ҡарай, тимәк, һәр кем үҙе теләгән урынды һайлай ала, ти.