Йәмғиәт
20 Октября 2019, 18:37

Ә һарыҡ урынында бала булһа?

Ошо алты-ете эт барлыҡ Яңы Әптек ауылы халҡын ҡурҡытып тота икән...

Фото: "Башинформ".Фото: "Башинформ".
Фото: "Башинформ".
Ишембай районының Яңы Әптек ауылында уҫал эттәр үҙҙәрен хужа итеп тоя, ахыры. Улар көпә-көндөҙ ауыл уртаһында малды йыға, йорт хайуандарына тейә икән.


Әле ауыл халҡы уларҙың сираттағы ҡорбаны – һарыҡ кәүҙәһе янында өйөрөлгәнен видеоға төшөрөп интернетҡа һалған. Был аҙнала икенсе һарыҡ үлтерелгән, тиелә унда.

Ошо алты-ете эт бар ауыл халҡын ҡурҡытып тота, тиҙәр. Уларҙың ҡырағаймы, әллә кешеләрҙекеме икәне билдәле түгел. Моғайын, хужаһыҙҙарҙыр.


Ҡатын-ҡыҙ эттәрҙең балаға йәки кешегә тейеүенән ҡурҡа. Тиҙ арала сара күрергә кәрәк, ти улар. Ысынлап, уҫал эттәрҙең кешегә тейгәнен көткәнсе, проблеманы хәл итергә кәрәктер. Һуң булып ҡуймаҫ элек...
Читайте нас