Йәмғиәт
20 Октября 2019, 09:48

Ҡайныһынан һорамайса алып...

Оҙаҡ елдерә алмай иҫерек уғры кеше машинаһында – юл һәләкәтенә тарый.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Ҡайныһының машинаһын алып сығып киткән өсөн Өфө егетенә биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.
18 йәшлек егет эскән көйө 49 йәшлек ҡайныһының машинаһын һорамай алып сығып китә. Уныһы полицияға автомобилен урлауҙары тураһында хәбәр итә.
Оҙаҡ елдерә алмай уғры – юл һәләкәтенә тарый. Эскән килеш кеше машинаһында эләгә ул автоинспекция хеҙмәткәрҙәренә.
Егеткә енәйәт эше асылған. Хәҙер ул водитель танытмаһынан да ҡолаҡ ҡағасаҡ.
Читайте нас