Йәмғиәт
20 Октября 2019, 16:47

Балалар дауаханаға нилектән эләккән?

Стәрлетамаҡ етәкселәре дәғүәгә яуапһыҙ ҡалмаған.

Фото: Ufa1Фото: Ufa1
Фото: Ufa1
Стәрлетамаҡта биш һәм алты йәшлек балалар ағыуланып дауаханаға эләккән. Әйтеүҙәренсә, быға крандан аҡҡан һыуҙың сәбәпсе булыуы ихтимал.
Ҡала халҡы бер нисә көн инде һыуҙың таҙа булмауына зарлана. Ул һарғылт төҫтә, болғансыҡ.
Стәрлетамаҡ хакимиәте етәкселәре дәғүәгә яуапһыҙ ҡалманы. Уларҙың аңлатыуынса, һыуалғыстарға ямғыр төшөмө ҙур булғанлыҡтан, грунт һыуҙары хәрәкәткә килеп, ныҡ буйраҡлана. Һыуҙың һарғылт төҫкә инеүе лә шул арҡала. Һыу каналы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә анализдар ала, уның буйраҡлығы сәләмәтлеккә зарар килтермәй, бер нисә көндән крандан таҙа һыу ағасаҡ, тип ышандыралар.
Читайте нас