1982 йылғы ир, такси менән китеп барышлай, таныштары йәшәгән күп фатирлы ике ҡатлы йорт эргәһендә туҡтаған, уға ут төрткән һәм машинаһына ултырып китеп тә барған.
Һөҙөмтәлә янғын сығып, йорт эсендәге ете кеше, шул иҫәптән биш бала һәләк булған.
Ҡот осҡос ваҡиға Ярославль өлкәһенең Ростов ҡалаһында теркәлгән. Әле енәйәтсе Александр Комаров ҡулға алынған, ул ҡырағай ҡылығын иҫерек булыуы һәм ошо йортта йәшәгән бер ир менән күптән түгел низағлашыуы менән аңлата.
Йәнәһе, ай самаһы элек балалары мәктәптә үҙ-ара һуғышҡан, Комаровтыҡы илап ҡайтҡан. Атай, балаһын яҡлап, ошо йортҡа хәлде асыҡларға килгән, әммә үҙенә лә эләккән. Ир бик үпкәләгән һәм бер ай самаһы ваҡыт үткәс, бына ошондай вәхши юл менән был ғаиләнән үс алырға ниәтләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ҡылығы ниндәй фажиғәгә килтерере, күрәһең, иҫерек башына инеп тә сыҡмағандыр.
Енәйәте өсөн Александр Комаровҡа закон алдында яуап бирергә тура киләсәк, уны оҙайлы төрмә срогы көтә.