Илдең иң ҙур финанс компанияһы клиенттарын юғалтыуын дауам итә. “DEITA.RU” хәбәр итеүенсә, ул халыҡтан аҡса йәлеп итеүҙә башҡа кредит ойошмалары менән конкурентлыҡҡа бирешә башлаған.
“Известия” гәзите мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй граждандары өсөн аҡсаны ошо банкта һаҡлау шарттары отошло булмай башлағас, күптәр хәҙер башҡа урында табышлыраҡ варианттар эҙләй. Был үҙгәреш арҡаһында Һаҡлыҡ банкы бөтә Рәсәй буйынса банк вкладтары күләменең ике процентын юғалтҡан һәм юғалтыу дауам итә.
Эксперттар түбән тәгәрәүҙән Һаҡлыҡ банкын депозиттарға процентты күтәреү генә ҡотҡарасаҡ тип иҫәпләй.