Мәсәғүттәге үҙәк район дауаханаһында ашығыс ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәре бушлай тип әйтерлек хеҙмәт күрһәтә – эш сәғәте нормативтарҙан алты тапҡырға арта.
Асыҡланыуынса, махсус кейемдәрҙе, һаҡланыу сараларын да үҙ иҫәптәренә алалар.
Ошо йылдың биш айында ғына норма буйынса ҡаралған 120 сәғәт урынына водителдәр руль артында 400 сәғәт буйы эшләгән! Ҡоллоҡ тип атаһаң да булалыр был хәлде. Ә фельдшерҙарҙың хоҡуҡтары бөтөнләй боҙолған, уларҙың күпме эшләүе иҫәпкә алынмаған.
Бөтә етешһеҙлектәрҙе һанап бөтөүе мөмкин түгел, хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы үҙ һығымтаһын яһаясаҡ.