Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2019, 15:59

Әмирҙең әсәһе ниҙән үлгән?

Яңауылда сентябрь башында булған йән өшөткөс хәл бөтә республиканы тетрәндергәйне. Әле, ниһайәт, был ваҡиғаға асыҡлыҡ индерелде.

Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Яңауылда сентябрь башында булған йән өшөткөс хәл бөтә республиканы тетрәндергәйне.
Алты йәшлек Әмир бер аҙна самаһы әсәһенең үле кәүҙәһе янында ултырып, үҙе саҡ үлмәгәйне. Ул саҡта имеш-мимеш күп булды. Тәүге фарыз буйынса, Альбина үҙ-үҙенә ҡул һалған, тинеләр. Шулай уҡ бында криминал булыуы ла ихтимал тиҙәр ине.

Әле, ниһайәт, был ваҡиғаға асыҡлыҡ индерелде. Баҡһаң, Альбина йөрәк өйәнәгенән вафат булған.
Әлбиттә, яҡындары берҙән-бер балаһын яңғыҙ ҡараған әсәнең үҙенә ҡул һалыуына ышанмағайны. Ул сабыйы өсөн йәнен бирергә әҙер булған. Шуға күрә балаһын күрәләтә бындай ҡурҡыныс хәлдә ҡалдырмаҫ ине.
Әмиргә килгәндә, ул һаман дауаханала. Уны бигерәк ауыр хәлдә килтергәйнеләр. Хәҙер ғүмеренә бер ни ҙә янамай. Малай тулыһынса һауыҡҡас, уны инәһе Мәскәүгә алып ҡайтасаҡ.
Читайте нас