Ниһайәт, Балаҡатай районында мутлыҡта ғәйепләнгән ирле-ҡатынлы Ғибәтовтарға ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше судҡа барып етте, тиелгән Башҡортостан прокуратураһы сайтында.
Тәфтиш хеҙмәткәрҙәренә 2016-2017 йылдарҙа муниципалитетҡа һатылған егерме йорттоң йәшәргә яраҡһыҙлығын иҫбатларға тура килә. Ошо йорттарҙы етемдәргә биреп ҡотолалар.
Өйҙәрҙең нигеҙе булмай. Уның урынында – ағас бүкәндәр генә. Йорттар елләтелмәгәс, стеналар күгәрә. Бөтә етешһеҙлектәрҙе лә һанауы мөмкин түгел. Шуныһы ғәжәп, эш проект документтары булмайынса башланған. Мутлыҡтың сиге юҡ, тик төҙөүселәрҙең ғәйептәрен танымауы иҫте китәрә.
Әле республикала алты мең етем фатир көтә. Байтағы үҙ хоҡуҡтарын яулап суд, прокуратура юлдарында йөрөргә мәжбүр.