Йәмғиәт
19 Октября 2019, 20:29

Намыҫлы эшҡыуарҙы ниңә талағандар?

Артыҡ түләнгән һалымды суд ҡайтармаҫҡа итә.

Фото: Kam.business.gazeta.ruФото: Kam.business.gazeta.ru
Фото: Kam.business.gazeta.ru
Умартасы Марат Фазылов үҙенең 440 мең һум күләмендәге аҡсаһын һалым йыйыусыларға артыҡ түләгәнен осраҡлы белеп ҡала.
Намыҫлы эшҡыуар һалымды үҙаллы түләп бара, шул уҡ ваҡытта уның иҫәбенән дә аҡсаны тотоп ҡалалар.
Умартасының әйтеүенсә, һалым 2010 һәм 2011йылдарҙа икеләтә күп түләнгән, тик артыҡ сумма килеүе тураһында һалым хеҙмәте эшҡыуарҙы иҫкәртмәгән.
Марат Фазылов артыҡ түләнгән аҡсаны ҡайтарыу өсөн Арбитраж судына мөрәжәғәт итә. Быйыл июнь айында суд умартасы файҙаһына ҡарар сығарһа ла, һалым хеҙмәте Силәбеләге Арбитраж судына апелляция ялыуы бирә. Һөҙөмтәлә беренсе суд инстанцияһының ҡарары ғәмәлдән сығарыла.
Бына шулай ҡайһы ваҡыт ҡулың менән биргәнде аяғың менән юллап алырға ла тура килә. Эшҡыуар шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, ғәҙеллектең еңеренә ышана.
Читайте нас