Йәмғиәт
20 Октября 2019, 17:26

Өҫтөнә гранит ташы төшә

Предприятиеларҙа хәүефһеҙлек саралары тейешенсә ойоштороламы?

Фото: mail.ruФото: mail.ru
Фото: mail.ru
Йәй Учалының бер предприятиеһындағы таш ярыу цехында бәхетһеҙлек осрағы теркәлгәйне.
Гранит ташты фрагменттарға бысҡан ваҡытта, уның бер өлөшө 43 йәшлек хеҙмәткәрҙең өҫтөнә төшә. Күкрәк ситлеге йәрәхәтләнгән ир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Республика дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, предприятие етәксеһе тарафынан хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт һаҡлау буйынса әҙерлек тейешле кимәлдә ойошторолмаған, инструкцияла таш блоктарҙы хәүефһеҙ бысыу ысулдары күрһәтелмәгән.
Бәхетһеҙлек осрағы буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Читайте нас