Өфөлә 41 йәшлек Алексей Титов ғәйеп булған. Ирҙе һуңғы тапҡыр 13 октябрҙә күргәндәр, шунан бирле бәйләнешкә сыҡмаған.
Ирҙе эҙләү тураһында "Лиза Алерт" төркөмө ирекмәндәре белдерә.
Алексейҙы эҙләүҙе уның өйҙән ниндәй кейемдә киткәнен белмәүҙәре ауырлаштыра. Ирҙең буйы 170-175 см, кәүҙәһе уртаса, ҡуңыр сәсле, көрән күҙле.
Атай кешене өйөндә бәләкәй балалары бик көтә. Яҡындары, уны күргәндәр булһа, 8987-099-70-92, 8800-700-5452 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуҙы һорай.
41 йәшлек ир үҫмер түгел инде. Ҡурҡыныс хәл булып ҡуймаһын. Иҫән-һау өйөнә ҡайтһын.