Учалы районы гражданы Ҡурғаш йылғаһын йырып, уның эргәһендә законһыҙ рәүештә ял итеү базаһын булдырған.
Ер биләмәһе уға 2017 йылда район хакимиәте тарафынан ауыл хужалығында ҡулланыу өсөн бүленә.
Майҙаны 9,5 гектар тәшкил иткән ер Әбделҡасим ауылы эргәһендә урынлашҡан. Ир кеше унда йорт һалған һәм балыҡ ҡармаҡлау өсөн ете быуа быуа.
Прокуратура суд аша бинаны һүтеп, ер майҙанын элекке хәленә ҡайтарыуҙы һәм унда рекультивация эштәрен башҡарыуҙы талап итте.