Быға саҡлы яман шештең төп сәбәбе итеп радиация, ҡояштың ультрафиолет нурҙары һәм аҙыҡтағы канцероген күрһәтелә ине.
Химия буйынса Нобель лауреаты Томас Линдал иҫәпләүенсә, онкологик сирҙәрҙең төп сәбәбе улар түгел.
“Дөйөм ҡабул ителгән ҡарашҡа ярашлы, ультрафиолет – тирелә яман шеш, ә радиация башҡа органдарҙа онкологик сир барлыҡҡа килтерергә мөмкин, – ти ғалим. – Икенсе яҡтан, ультрафиолеттың мейелә, бауырҙа һәм башҡа органдарҙа яман шеш барлыҡҡа килтереүенә берәү ҙә ышанмай. Ә ул ҡайҙан һәм нисек килеп сыға һуң?”
Томас Линдал раҫлауынса, яман шештең барлыҡ билдәле төрҙәре күҙәнәктәрҙәге тәбиғи тормош эшмәкәрлеге эҙемтәһенә бәйле. Мәҫәлән, гидролиз, йәғни һыуҙың организмда тарҡалыуы. Был процесс барышында кислородтың агрессив төрҙәре лә барлыҡҡа килергә мөмкин.
“Ә кислород менән һыуҙы организмдан сығарып та, барлыҡҡа килеүенә ҡамасаулап та булмай”, ти ул. Ғалим онкологик сирҙе тулыһынса еңеп булмаясаҡ, ләкин уның менән йоғонтоло һәм хәүефһеҙ көрәшеү өсөн препараттар булдырырға мөмкин тигән фекерҙә ҡала.