Йәмғиәт
20 Октября 2019, 13:52

Ҡытайҙар унан нимә эшләмәксе?

Кисә Өфө аэропортына Икенсе донъя һуғышында ҡатнашҡан легендар самолет төштө.

Фото: mail.ruФото: mail.ru
Фото: mail.ru
Кисә Өфө аэропортына Икенсе донъя һуғышында ҡатнашҡан легендар самолет заправкалауға ултырҙы.
DouglasDC3 самолетын американдар 1935 йылда төҙөгән. Уның өлгөһөндә беҙҙә “Ли-2” эшләнгән. Һауа судноһының командиры һөйләүенсә, был самолетты тәүҙә АҠШ ғәскәрҙәре, шунан Бөйөк Британия, Канада тотонған, ә 1980 йылдарҙа ул Африкаға йөк ташыған, шуның өсөн "Конго батшабикәһе" тигән исем алған. Аҙаҡ реставрацияланып, Швецияға хеҙмәт иткән.
Әле уны Ҡытайға алып китеп баралар – унда самолеттан осоусы музей эшләмәкселәр.
Читайте нас