Йәмғиәт
21 Октября 2019, 18:52

12 килограмм помидор алам тип...

Был хәл Өфөләге баҙарҙарҙың береһендә булған.

Фото: images.app.goo.glФото: images.app.goo.gl
Фото: images.app.goo.gl
Зилә исемле ҡатын 12 килограмм урынына һигеҙ килограмдан саҡ ҡына күберәк помидор һатып алып ҡайтып отолған.


Был хәл Өфөләге баҙарҙарҙың береһендә булған. Ҡатын үҙенең алданғанын фатирына ҡайтып, помидорҙы бизмән менән үлсәгәс кенә аңлаған.


Һатыусыларҙың беҙҙе нисек алдағаны хаҡында беләһегеҙме? Улар тауар бизмәндә булғанда ауырлыҡ үлсәмен кәметеү өсөн ипләп кенә ҡулы менән баҫа йәки махсус магнитты яҡынайта. Әйткәндәй, бындай мутлыҡ өсөн эшҡыуарҙарға 50 мең күләмендә штраф ҡаралған.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, супермаркеттарҙа ла беҙҙе алдарға маташалар. Шуға күрә һаҡ булырға кәрәк.
Читайте нас