Йәмғиәт
21 Октября 2019, 18:06

Был кешенән һаҡ булығыҙ!

Ҡатын үҙен яҡлап, ир менән һуғыша башлай, тик ошо алыш ҡына уны мәсхәрәләнеүҙән ҡотҡара.

Фото: ufa1.ruФото: ufa1.ru
Фото: ufa1.ru
Белорет ҡалаһынан 37 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, уны бер ҡатынды көсләргә маташыуҙа ғәйепләйҙәр.


Асыҡланыуынса, октябрь баштарында кис көнө ғәйепләнеүсе ҡатынға ташлана һәм уны көсләргә маташа, етмәһә, үлтерәм тип тә янай. Әммә ҡатын үҙен яҡлап, ир менән һуғыша башлай. Тик ошо алыш ҡына уны мәсхәрәләнеүҙән ҡотҡара.
Әле ғәйепләнеүсе ир полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған, тикшереү эше башланған. Әгәр әлеге әҙәмдең тоҙағына эләккәндәр булһа, хоҡуҡ һаҡсылары зыян күреүселәрҙең полицияға мөрәжәғәт итеүен һорай.
Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 47-се йорт, телефондар: 8 (34792) 3-16-65 йәки 8 (347) 251-62-51.
Читайте нас