Баш ҡаланың Калинин районының Инорс биҫтәһендә енәйәтселек һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге буйынса хәл үҙгәргән.
Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары Алексей Касьянов хәбәр иткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр декабрҙә тап ошо биҫтә баш ҡалалағы иң хәүефлеһе тип белдерелгәйне.
Өфө ҡала хакимиәте полицияның участка пункты урынлашһын өсөн бина, полиция хеҙмәткәрҙәренең тиҙ арала ваҡиға урынына барып етә алыуы өсөн ике автомобиль бүлгән. Урамдарҙа 265 яҡтыртҡыс ҡуйылған. Бынан тыш, улар быға тиклем булмаған урындарға ла эленгән. Өҫтәүенә, балалар майҙансыҡтары, ихаталар өсөн 750 видеокамера һатып алынасаҡ.
Шулай итеп, быйылғы туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса енәйәтселек 25 процентҡа кәмегән. Сағыштырыу өсөн: республикала был күрһәткес – өс процент ҡына. Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һаны ла 30 процентҡа аҙайған. Биҫтәләге ун мең кешегә 84,4 енәйәт тура килгән. Өфөлә был күрһәткес – 128,5, республикала – 103.
А. Касьянов һүҙҙәренә ҡарағанда, Инорста һөжүм итеүҙәр – 80, талауҙар – 30, эскән килеш енәйәт ҡылыуҙар – 25, үлтереүҙәр – 50, урлауҙар 13 процентҡа кәмегән.
– Ҡарағыҙ, ниндәй тәьҫирле һөҙөмтәләр. Бер йыл элек ошондай бурыс ҡуйғанда, эшмәкәрлегебеҙ бына ошондай енәйәттәрҙең ҡапыл кәмеүенә килтерәсәгенә шикләнмәгәйнем, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Ул, Инорс биҫтәһе буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә нигеҙләнеп, бар райондарҙа ла енәйәтселек буйынса хәлгә анализ бирергә ҡушты. Икенсенән, күпләп енәйәт ҡылынған урындарға, енәйәт төрҙәренә ҡарап аномаль хәлдәргә иғтибар бүлергә ҡушылды. “Ошоға нигеҙләнеп, енәйәтселекте кәметеү буйынса сараларҙы билдәләүҙе һорайым”, – тине республика Башлығы.