Йәмғиәт
21 Октября 2019, 16:05

СПИД менән ауырымайһыңмы?

Икеләнһәң, экспресс-тест үт!

Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.
Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.
Бөгөн Учалыла Республика СПИД үҙәге һәм ThinkUP.Social социаль лабораторияһы тарафынан заман афәтенә ҡаршы ойошторолған автоярыш старт алды. Сара #СТОПВИЧСПИД Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткәрелә.


- Автоколонна Учалынан Белорет, унан Октябрьский, Туймазы ҡалаларына йүнәләсәк. Сараның төп маҡсаты – кешеләргә был афәттең актуаллеген һәм ниндәй ҡурҡыныс менән янауын аңлатыу, ғүмерҙең бер генә килеүен һәм уны һаҡлау, ҡәҙерләү кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр иҫкәртеү, - тиҙәр ойоштороусылар.


Ә Учалы филармонияһында СПИД менән ағыуланған йәш пар тураһында спектакль күрһәтелде, фойела теләүселәр өсөн Республика СПИД үҙәге хеҙмәткәрҙәре ВИЧ-инфекцияны асыҡлау буйынса экспресс-тестар үткәрҙе.
Читайте нас