Йәмғиәт
21 Октябрь 2019, 11:50

Туғандарын эҙләйҙәр…

Учалы районының Миндәк ауылы эргәһендәге урман һыҙатында билдәһеҙ ирҙең һөлдәһен тапҡандар. Ул ағастар араһында ике йылға яҡын ятҡан.

pixabay.compixabay.com
pixabay.com
Һуңғы йылдарҙа юғалған кешеләр һаны күбәйҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында эҙһеҙ ғәйеп булғандар ҙа бар…
Учалы районының Миндәк ауылы эргәһендәге урман һыҙатында билдәһеҙ ирҙең һөлдәһен тапҡандар. Ул ағастар араһында ике йылға яҡын ятҡан.
Хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдарына өҙгөләнгән кейеменең киҫәктәре һәм һөйәктәре генә ҡалған кешенең ни сәбәптән мәрхүм булыуын асыҡларға тура киләсәк. Үҙе менән документтары ла, бәйләнеш саралары ла юҡ. Әле уның шәхесен асыҡлайҙар һәм туғандарын эҙләйҙәр.
Читайте нас