Йәмғиәт
21 Октября 2019, 09:46

Улар иртәнән кискә хәтлем эшләргә тейеш!

– Улар бөтөнләй яңыса эшләнгән һәм элеккеләренән айырылып торасаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Бала-саға һәм ололар өсөн бындай байрам урындары иртәнән кискә хәтлем эшләргә тейеш, уларҙы хеҙмәтләндереүселәргә аҙаҡ та ял бирә алабыҙ.

“Башинформ”“Башинформ”
“Башинформ”
Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә район һәм ҡалаларҙа яңы йыл шыршылары ойоштороу мәсьәләһе лә ҡаралды. Был бөтә халыҡ байрамына һанаулы ғына ваҡыт ҡалып бара һәм әле үк хәстәрләмәй булмай.
Кәңәшмәне алып барыусы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл район үҙәктәрендә һәм ҡала майҙандарында ҡуйыу өсөн яңы, күркәмерәк шыршылар һатып алынасаҡ.
– Улар бөтөнләй яңыса эшләнгән һәм элеккеләренән айырылып торасаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Бала-саға һәм ололар өсөн бындай байрам урындары иртәнән кискә хәтлем эшләргә тейеш, уларҙы хеҙмәтләндереүселәргә аҙаҡ та ял бирә алабыҙ.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, оҙон яңы йыл каникулында күптәр “шәп” ял итеүҙән шешенеп бөтә. “Тимәк, был осраҡта ла дәүләт ярҙамға килмәй булдыра алмай”, – тине ул.
Читайте нас