Йәмғиәт
21 Октября 2019, 13:43

Владимир Путин: “Халҡыбыҙға миһырбанлыҡ, ярҙамсыллыҡ сифаттары хас”

Рәсәй Президенты Владимир Путин ТАСС-ҡа биргән интервьюһында ватандаштарыбыҙға хас сифаттарҙы һүрәтләне.

Фото: kremlin.ruФото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин ТАСС-ҡа биргән интервьюһында ватандаштарыбыҙға хас сифаттарҙы һүрәтләне. Быны ул башҡа илдәр халҡына ярҙам күрһәтеүгә бәйле әйтте.

“Халҡыбыҙға миһырбанлыҡ, ауыр ваҡыттарҙа ярҙамсыллыҡ кеүек изге сифаттар хас”, – тине ул.

Рәсәй башлығы донъяның күп кенә илдәренә, мәҫәлән, быйыл яҙ “Идай” тропик циклонынан һуң ауыр хәлдә ҡалған Африка дәүләттәренә гуманитар ярҙам ебәреүҙе миҫалға килтерҙе.


#ВладимирПутин
Читайте нас