Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 10:34

“Һаҡ булығыҙ: Өфөлә маньяк бар!”

Ватсапты тултырған был хәбәргә ышанырғамы, юҡмы?

Фото: социаль селтәрҙәр.Фото: социаль селтәрҙәр.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Ошондай текслы хәбәр баш ҡалаға тулды. Ата-әсәләр торған мәктәп һәм балалар баҡсалары чаттарына енәйәтсенең фотороботы ла таратыла. Йәнәһе, был ир ишеккә шылтырата ла, асһалар, шул кешегә ташлана һәм быуа башлай.


“Бөтәһенә лә хәбәр итегеҙ! Уның теләһә ҡайһы ерҙә көтөп тороуы ихтимал. Һаҡ булығыҙ!” тиелә хәбәрҙәрҙә.


Журналистар был мәсьәлә буйынса Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итте. Ведомствола “ҡалала бер ниндәй ҙә маньяк юҡ” тинеләр.


Ни өсөн кешене ҡурҡытып бындай хәбәрҙәр ебәреү кәрәктер? Билдәле түгел... Шулай ҙа һағыраҡ булайыҡ. Таныш булмаған кешегә ишек асмау күпкә хәйерле!
Читайте нас