Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 11:46

Һаҡланғанды һаҡлармын тиһәләр ҙә...

Үҙебеҙ ҙә уяу булайыҡ!

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Республикала йорттарға янғындан иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйыу дауам итә. Тормоштағы миҫалдар буйынса был иҫкәрткес һуңғы өс йылда 290 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыуҙа ярҙам иткән. Шуға ла уның файҙаһы бөгөн бер кемдә лә шик тыуҙырмай.


Янғынды алдан иҫкәртеүҙе ойоштороу һәм был эште тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге булдырылды. Әле Баймаҡ ҡалаһында янғынға ҡаршы хеҙмәттең ике инженеры эш башланы. Улар Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарын һәм Сибай ҡалаһын хеҙмәтләндерәсәк. Инженерҙарға республика бюджетынан хеҙмәт автомобиле лә бирелгән.


Әлбиттә, дәүләттең тырышлығы менән генә янғындарҙы бөтөрөп булмай, шуға ла һәр өй хужаһы үҙенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, йорттона иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйыу сараһын күрергә бурыслы.
Читайте нас