Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 19:44

Балаға ымһынған ҡәбәхәтте тотҡандар

Кисә Нефтекама ҡалаһында була был ҡыҙғаныс хәл. 32 йәшлек Үзбәкстан гражданы ...

Фото: user.vse42.ru
Фото: user.vse42.ru
Кисә иртәнге сәғәт биштә Нефтекама ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарына 59 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән.
Хәбәр итеүенсә, төн уртаһында күп ҡатлы йорттарҙың береһендә уның 13 йәшлек ейәнсәренә билдәһеҙ кеше һөжүм иткән һәм көсләгән. Үҫмерҙең ни өсөн был ваҡытта өйҙә булмағанлығы, йәғни урамда йөрөгәнлеге билдәһеҙ.


Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәтсенең эҙенә төшкән. Ул 32 йәшлек Үзбәкстан гражданы булып сыҡҡан. Быға тиклем Өфөлә йәшәгән, бер айҙан уның Рәсәйҙә йәшәү һәм эшләү хоҡуғы тамамланырға тейеш булған. Әле енәйәтсе һаҡ аҫтына алынған, уға ҡарата эш ҡуҙғатылған. 14 йәшкә етмәгән баланы көсләгән өсөн уның егерме йылға тимер рәшәткә артына оҙатылыуы ихтимал.
Читайте нас