Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 12:36

Башҡортостан – йәшмәләр иле

Йәшмә – ғәрәп һүҙе. Йәшмә тип беҙ саҡматаштың бер төрөн атап йөрөтәбеҙ. Ҡара саҡматашты бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙҙер. Ә йәшмә – ул ҡыҙыл йә төрлө төҫтәрҙән торған матур биҙәкле сыбар саҡматаш. Унан сулпы, алҡа, йөҙөк ҡашы кеүек биҙәнеү әйберҙәре, таш вазалар, шкатулкалар кеүек юғары художестволы көнкүреш әйберҙәре яһайҙар. Йәшмә мозаик паннолар, йәғни төрлө төҫтәге таш киҫәктәренән торған ҙур стена һүрәттәре эшләүгә лә китә. Ул таш һарайҙарҙы биҙәүҙә киң ҡулланыла.

Башҡорт аҫылташтары борондан билдәле.


Йәшмә – ғәрәп һүҙе. Йәшмә тип беҙ саҡматаштың бер төрөн атап йөрөтәбеҙ. Ҡара саҡматашты бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙҙер. Ә йәшмә – ул ҡыҙыл йә төрлө төҫтәрҙән торған матур биҙәкле сыбар саҡматаш. Унан сулпы, алҡа, йөҙөк ҡашы кеүек биҙәнеү әйберҙәре, таш вазалар, шкатулкалар кеүек юғары художестволы көнкүреш әйберҙәре яһайҙар. Йәшмә мозаик паннолар, йәғни төрлө төҫтәге таш киҫәктәренән торған ҙур стена һүрәттәре эшләүгә лә китә. Ул таш һарайҙарҙы биҙәүҙә киң ҡулланыла.


Йәшмә, бик матур булһа ла, аҫылташтар затына кереп үк етмәй. Мәрмәр кеүек, ул биҙәү, декоратив таштар төркөмөнә инә.

Йәшмә ташының матурҙары илебеҙҙә тик Көньяҡ Уралда һәм Алтайҙа ғына бар. Көньяҡ Урал йәшмәһе Алтайҙыҡынан өҫтөнөрәк иҫәпләнә. Төрлө музейҙарҙа беҙҙең яҡ йәшмәләренән эшләнгән гүзәл әйберҙәр һаҡлана. Әйтәйек, Ленин­градтың Эрмитажында Башҡортос­тан йәшмәһенән яһалған таш вазаларҙы күрергә мөмкин.
Йәшмә – бик ҡаты таш. Саҡматаш булғас, ул хатта быяланы сыя, шуға күрә йәшмәне эшкәртеү, уны ҡырып, йышып, шымартып бындай вазалар эшләү күп оҫталыҡ, сыҙамлыҡ, көс, ваҡыт талап итә. Был вазаларҙы үткән быуаттарҙа рус оҫталары яһаған. Бер вазаны эшләү күп йылдарға һуҙылған. Матур сәнғәт әҫәрҙәре булған өсөн дә инде был әйберҙәр хәҙер музейҙарҙы биҙәй.
Башҡортостанда йәшмә Урал аръяғындағы Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла ерҙәрендә генә билдәле. Башҡортостандан тыш, Көньяҡ Уралда йәшмә Миәс һәм Орск яҡтарында бар. Иң матурҙары – Орск төбәгендә.
Был тарафтарҙа йәшмәнән генә торған ҙур-ҙур тауҙар бар. Ҡалынлығы 50 – 100 метр булған йәшмә ҡатламдары хатта ер өҫтөнә сығып ята.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа был таш йыш осрай. Әммә матур йәшмә улай ишелеп ятмай, урыны-урыны менән генә табыла. Үҙенсәлекле биҙәкле таштар Иҫке Сибай ауылы эргәһендә билдәле, әммә Башҡортостандың иң данлыҡлы йәшмәләре Учалы яҡтарында тупланған. Бында Әүешкүл, Ҡалҡан, Мулдаҡай, Туңғатар, Наурыҙ, Кесе Муйнаҡ, Сәфәр, Ураҙ ауылдары тирәләрендә борондан уҡ йәшмә сығарылған урындар бар. Ә башҡа яҡтарҙағы ҡатлам-ҡатлам булып ятҡан ҡып-ҡыҙыл йәшмә биҙәү ташы кимәленә етә алмай. Ундай йәшмә биҙәккә ярлыраҡ һәм, иң үкенеслеһе, тиҙ ыуалыусан була.

Шуныһы ҡыҙыҡлы: һәр тауға, бер урынға ғына хас йәшмә билдәле. Бер ерҙә табылғаны икенсе төбәктекенә оҡшамай.
Һәр таш киҫәгенең тәбиғәттәге тарихы миллион йылдар менән иҫәпләнә. Был матур аҫылташтар бынан миллион йылдар элек океан төбөндә барлыҡҡа килгән. Улар һыу аҫты вулкандары урғылып торған урындарҙа хасил була. Йәшмәнең яралыуында диңгеҙ ләмдәре лә, вулкан уттары ла ҡатнаша. Шуға күрә лә был таш, академик Ферсман әйтеүенсә, тәбиғәттең дәһшәтле көстәренең һәм баҙыҡ буяуҙарының кәүҙәләнеше булып тора.
Йәшмә, гәүһәр һәм башҡа матур таштар менән кешеләр бик борондан – таш быуат заманынан уҡ ҡыҙыҡһынған. Боронғо убаларҙан табылған таш бысаҡтар, уҡ баштары, һөңгө остары араһында йәшмәнән эшләнгәндәре лә бар. Ундай ҡоралдарҙы археологтар, мәҫәлән, Әбйәлил районының күлдәре эргәһендә лә тапҡыланы. Тәүтормош кешеләре өсөн бындай матур таштар ниндәйҙер сер эйәһе, тылсымлы әйбер булып та тойолған.
Тәбиғәттә осраған йәшмә ҡарап тороуға артыҡ матур ҙа түгел. Кеше ҡулы тейгәс кенә ул бөтә матурлығын аса, сихри буяуҙары, ҡатмарлы семәрҙәре менән уйнай башлай. Был осраҡта ла беҙ тәбиғәттең бөтә матурлығын, байлығын асыусы ахыр сиктә кеше икәнен беләбеҙ.
Бик һирәк булһа ла йәшмә ҡатламдары араһында ҡайһы берҙә алтын да табыла. Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылы янында, мәҫәлән, боронораҡ кешеләр, йәшмә таштарын аҡтарып, алтын сығарған. Был тирәлә әлеге таш күп һәм Ярлыҡап ауылы кешеләре ҡәбер ташы итеп күберәк ҡып-ҡыҙылын ҡуйған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге үҙгәртеп ҡороу осоронда иҡтисадтың тотороҡһоҙлоғо нигеҙендә беҙҙең гүзәл йәшмәгә ҡырағай яу ябырылды. Таш эшкәртеү менән шөғөл­ләнеүселәр ҡапыл күбәйҙе. Матур йәшмә ташы булған урындарға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән машиналар килеп тула. Башҡорт­остандың йәшмәле ерҙәре ҡот осҡос талауға дусар ителгән. Сибай тирәһендәге, Учалы яҡтарындағы билдәле йәшмә ятҡылыҡтары ҡыйратылып бөтөп бара. Был хәлде күреп әсенергә генә ҡала. Бөтә өмөт шунда: урындағы Совет органдары, урындағы халыҡ үҙ ерҙәренә хужа икәнлеген белдереп, йәшмәбеҙҙе таланыуҙан һаҡлап алып ҡалыр. Юғиһә Башҡортостаныбыҙҙың биҙәкле таштарының әҫәре лә ҡалмауы ихтимал.

Читайте нас