Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 14:56

Бурһыҡтарҙы ҡамауҙан ҡотҡарған

Яҡын кешеһе менән хушлашыу мәлендә икенсе бер ҡәбер соҡоронда ниндәйҙер ҡыштырлау ишетеп ҡала. Ҡараһа, унда бурһыҡ өс балаһы менән сыға алмай хитлана...

Социаль селтәрҙән.
Социаль селтәрҙән.
Өфө кешеһе бурһыҡтарҙы ҡотҡарған.
Ул үткән аҙнала туғанын ерләшергә тип зыяратҡа барған. Яҡын кешеһе менән хушлашыу мәлендә икенсе бер ҡәбер соҡоронда ниндәйҙер ҡыштырлау ишетеп ҡала. Ҡараһа, унда бурһыҡ өс балаһы менән сыға алмай хитлана.


Күрәһең, әсәләре алдан төшөп киткәндер, артынан – балалары, тип күҙаллай ир. Шунан ул таҡта табып төшөрә һәм бисаралар ҡамауҙан ҡотола. Был хәл менән ул социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлаша, тик үҙенең исемен күрһәтмәй.


Арабыҙа шундай битараф булмаған, изге күңелле кешеләр күберәк булһын ине.
Читайте нас